Яңауыл районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 82 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Үлемесле авария Нефтекама – Яңауыл юлында, Можга ауылы эргәһендә була. «Шевроле Нива»ға идара иткән ир, һулға боролоу өсөн туҡтаған «Хьюндай Солярис»ҡа бәрелә.

Һөҙөмтәлә «Нива» юл ситенә түңкәрелә. Водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк була, салондағы 57 йәшлек ҡатын төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. «Солярис»тағы 4 кеше зыян күрмәй. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Яңауыл районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 82 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ