Был юлы ул 200 мең һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт эше Рәсәй тәфтиш комитетының Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан ҡуҙғатылды.
Ғәйепләнеүсенең 2021 йылдың июнендә Дәүләтҡол-Сухаревка автомобиль юлын төҙөкләндереү эштәрен башҡарған йүнселдән аҡса талап итеүе асыҡланған. Контракт буйынса ҡаралған эштәрҙе ҡабул итеүҙә ҡыйынлыҡтар булмаһын өсөн район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары кеҫәһенә аҡса һалыуҙарын үтенгән.
Эшҡыуар ҡаршылыҡтар сығыуҙан ҡурҡып, талап ителгән ришүәтте биргән. Быға тиклем муниципаль чиновник 2 миллион һум күләмендә аҡса алыуҙа ғәйепләнде. Ришүәтте ул етемдәр өсөн төҙөлгән торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡамасауламағаны өсөн талап итеүе мәғлүм. Әле ул ҡулға алынған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.




