Башҡортостанда электрон форматта тәүге район энциклопедияһы барлыҡҡа килде

«Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәт учреждениеһында Дүртөйлө районының онлайн энциклопедияһы уҡыусылар хөкөмөнә сығарылды.

Онлайн версия 2020 йылда ташҡа баҫтырылғанына таянып эшләнгән. Веб-сайтты эшләүсе Шамил Сәйфуллин билдәләүенсә, электрон форматҡа 1650 мәҡәлә ингән, уларҙың 1100-е биографик характерҙа. Электрон баҫма 860 иллюстрация менән байытылған.

Уҡыусылар өсөн веб-сайтты эҙләү системаһы ла уңайлы эшләнгән. Төбәккә ҡағылышлы мәғлүмәтте экранда күргән һылтанма аша табырға мөмкин. «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостанда этнографик мәҙәниәт үҫеше» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала ҡағыҙ форматта тиҫтәнән ашыу энциклопедия донъя күрһә, Дүртөйлөләр электрон форматтағыһын эшләүҙә республикала беренселәр.

Энциклопедияның электрон версияһында – район тормошоноң бөтә өлкәләре лә сағылдырылған. Дүртөйлө районына ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр, административ-территориаль бүленеш, социаль георафик объекттар, тәбиғәт байлыҡтары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, хужалыҡ, мәғариф, мәҙәниәт үҫеше хаҡында мәғлүмәт менән байытылған.

Райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр: халыҡ шағирҙары, табиптар, Почетлы гражданиндар, Социалистик хеҙмәт геройҙары һәм хәрби батырлыҡ күрһәтеүселәр хаҡында ла төплө мәғлүмәт менән байытылған. Бынан тыш, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә электрон версияны яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырыу хоҡуғы ла бирелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда электрон форматта тәүге район энциклопедияһы барлыҡҡа килде

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ