«Атай ҡаһарманлығы» билдәһенә кем лайыҡ булыр?

Республика йәмәғәт конкурсында ҡатнашыу өсөн заявка ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтылды. Был сараны өсөнсө йыл рәттән ойошторған Йәмәғәт палатаһы советы шундай ҡарарға килде.

Бөгөн конкурс комиссияһына 32 муниципалитеттан 91 заявка ҡабул ителгән. Улар араһында Шишмә районы Тәпәреш ауылынан Марат Әхмәтшин да бар. Замандашыбыҙ кесе Ватанын республика кимәленә күтәреп абруй ҡаҙанған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр... Марат Әхмәтшин да тормошон йылҡыһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Ул хатта өс улын ғына түгел, ҡыҙы Айгөлдө лә һыбай йөрөргә өйрәткән. Ул ике йәшенән һыбай менгән.

Замандашыбыҙ Шишмә районы Тәпәреш ауылына ереккән. Атаһының йорт нигеҙен һаҡлап ул тиҫтә йыллал тыуған ерендә көн итә. Ауыл хужалығының төрлө тармағында махсуслашҡан. Умартасылыҡ менән шөғөлләнә, кәзә, сусҡа аҫрай, йылҡысылыҡҡа иғтибар бүлә.

Өҫтәүенә ат спортын да үҫтерә. Уңыштарын да маҡтап телгә алырлыҡ. Опекаға алған ҡыҙы Айгөл Моратшина бөгөн республиканың иң оҫта жоккейсылар исемлеген биләй. Уҙған ял көндәрендә генә ул Иглин районында үткән ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев призына ойошторолған бәйгелә беренсе урын яулаған.

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт конкурсында ҡатнашыуға Марат Әхмәтшинды тап өлгө алырлыҡ ғаилә башлығы булыуы этәргән. Өҫтәүенә замандашыбыҙ тыуған ауылында ла абруй ҡаҙанған. Ауылды төҙөкләндереүгә, 12 йыл рәттән Тәпәрештә һабантуй уҙғарыуға һур өлөш индерә. Ә инде «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Заявкалар экрәндағы электрон адрес буйынса ҡабул ителә.

oprb2011@mail.ru

8(347)280-82-36 РЕСПУБЛИКА ЙӘМӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ

Фото №1 - «Атай ҡаһарманлығы» билдәһенә кем лайыҡ булыр?

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ