Башҡортостан һөнәри белем биреү учреждениелары абитуриенттарҙы көтә

Республикала махсус белем биреү менән шөғөлләнгән 100-ҙән ашыу уҡыу йорто иҫәпләнә.

Өфө күп профилле һөнәри колледжы Башҡортостандың тарихи белем биреү учреждениеларының береһе, уҡыу йорто йыл һайын йөҙҙәрсә йәш белгес әҙерләп сығара. Быйыл бында 600-ҙән ашыу студент ҡабул ителә, уларҙы төп өлөшө бюджет нигеҙендә. Заман талабын иҫәпкә алып колледжда «банк эше», «Мәғлүмәт системалары һәм программалар әҙерләү» кеүек яңы йүнәлештәр ҙә барлыҡҡа килгән.

Ҡабул итеү комиссияһы ағзалары әйтеүенсә, документтарҙы онлай рәүештә лә, үҙең килеп тә тапшырырға мөмкин. Шулай ҙа шәхсән килеп танышыу отошлораҡ, урында файҙалы кәңәштәр алырға, яңылыҡтар менән танышырға була.

Колледж педагогтары әйтеүенсә, уҡыу йортонда белем алырға теләүсе йәштәр күп. Сөнки һөнәри учреждениеның матди-техник базаһы ныҡ. Һуңғы йылдарҙа «Ворлдскилс» талаптарына ярашлы яңы, заманса оҫтаханалар асылған. Бынан тыш колледжда 2010 йылдан алып ике диплом системаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла.

Йәғни студент йылдарында тағы бер һөнәр үҙләштереп сығырға мөмкин. Был баҙар шарттарында эш урыны табыуҙы күпкә еңелләштерә. Колледждын эш биреүселәр менән тығыш бәйләнештә һәм хеҙмәт баҙары ихтыяжын иҫәпкә алып эшләүе лә мөмкинлекәтрҙе киңәйтә.

Фото №1 - Башҡортостан һөнәри белем биреү учреждениелары абитуриенттарҙы көтә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ