Ике йыллыҡ тәнәфестән һуң Мәскәүҙә йәнә башҡорт һабантуйы үтте. Байрам майҙанына килеүсе ҡунаҡтар боронғо көнкүреш, йолалар, уйындар менән танышты, милли аш-һыуҙар менән һыйланды. Коломенское паркында үткән сағыу байрам хаҡында киләһе сюжетта.
Ҡунаҡтарҙы икмәк, тоҙ менән генә түгел, ә сәксәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алалар. Милли аштарҙы тәмләп ҡарағандан һуң бейеүгә төшәһең. Баш ҡаланың Коломенское паркында ике йылдан һуң күләмле һабантуй байрамы уҙҙы.
Мәскәү һабантуйында «Бәйге» халыҡ уйынының исем туйы ла үтте. Быйыл ҡунаҡтарға өс башҡорт милли уйыны тәҡдим ителде. Ошонда уҡ тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр, этнографтар һәм архив хеҙмәткәрҙәренең йөҙ йыллыҡ оло хеҙмәте «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» күп томлылығы һәм картаһы тәҡдим ителде. Телде һәм мәҙәниәтте һаҡлаған һәм үҫтергән авторҙарға наградалар тапшырылды.
Башҡортостандан быйыл Мәскәү һабантуйында ике район ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалылар ҡырмыҫҡаларҙан бер метрлыҡ композиция алып барһа, ишембайҙар башҡорт нефтенә 90 йыллығына арнап, 13 метрлыҡ тирмә ҡорған.
Үткәндәргә байҡау яһап, милли тирмәләрҙе ҡарағандан һуң һабантуй ҡунаҡтары «Башҡорт милли колориты» фольклор ауылын ҡараны. 10 этник тирмә – байрам майҙанының төп үҙенсәлеге. Улар тәүтормош ағас әйберҙәр менән йыһазландырылғайны. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен тимерсе лә, умартасы итеп тә һынап ҡараны.
Быйыл Мәскәү беренсе тапҡыр «Көрәш» халыҡ-ара уйындарын да ҡабул итте. Көрәш келәменә Бөтә донъя һәм Рәсәй йыйылма командаһына көслөләрҙе туплаусы 15 ил спортсылары сыҡты.
Мәскәүҙә беренсе һабантуй 1996 йылда үтә. Һуңғы егерме йылда уның кимәле үҫкәндән үҫә. Байрам Рәсәйҙең баш ҡалаһында иң ҙур тип һаналып Бөтә донъя ЮНЕСКО мәҙәни мираҫы иҫәбенә индерелә. Һәм бөгөн ул төрлө милләт һәм дин вәкилдәрен берләштерә.
Һабантуй 200 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Сағыу, йылы байрам яҙғы эштәргә йомғаҡ яһап киләсәккә ышаныс өҫтәне, маҡсаттар ҡуйҙы. Иң мөһиме: яҡташтарҙы берләштерҙе.
Рәйлә Күсемханова




