Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары “Ер ҡото” фольклор фестиваленә йыйыла. Унда халыҡ медицинаһы вәкилдәре, табиптар, психологтар, психотерапевтар ҡатнаша. “Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға, уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнүрештә даими ҡулланыла”, ти Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Фестиваль 16 июлдә Әбйәлил районының Айғырбатҡан һәм 17-һендә Баймаҡ районының Манһары ауылдарында була. Байрамда ҡатнашыу өсөн ғаризалар “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”ндә ҡабул ителә.







