Өфөлә мутлашыусылар пенсионерҙың 500 мең һум аҡсаһын урлаған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға 83 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Уға ике ҡатын фатирында бүлмәне ҡуртымға алыу үтенесе менән килгән. Мутлашыусыларҙың береһе үҙен күрәҙәсе тип таныштырған һәм йорттағы бөтә аҡсаны таҙартыу кәрәк тигән. Пенсионер ханым ҡумтанан 500 мең һумын алып биргән. Аҙаҡ ялған күрәҙәселәр аҡсаны ябай ҡағыҙҙарға алмаштырып фатирҙан сығып киткән. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




