Башҡортостанда 2023 йылға тиклем 365 мәктәптә ремонт була. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә 2-се урында килә. Башҡортостан Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙә капиталь ремонт программаһы үтәлеше менән таныштырҙы.




