Республикала коронавирусҡа коллектив иммунитет буйынса хәл хәүефле ҡала. Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак был хаҡта Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Көҙгө эпидемик күтәрелешкә тиклем ике ай ваҡыт ҡала. Европа илдәрендә COVID-19 менән ауырыу осраҡтары арта башлаған.
Әле республикала 638 меңгә яҡын кеше коронавирустан ҡабаттан прививка эшләткән.




