Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһында төҙөлөш барышы менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, майҙансыҡтарҙа резиденттар өсөн цехтар ҡорола, инженер һәм транспорт инфраструктураһы булдырыла. Бында дүрт майҙансыҡ ҡарала. Биләмә еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм энергетика, химия, нефть химияһы кластерҙарына бүленгән. Әле махсус иҡтисади зонала 12 резидент теркәлгән. Улар 25 миллиард 650 миллион һум инвестиция йәлеп итә, 1 мең 700-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа килә, тип яҙа Радий Хәбиров.




