«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә ҙур төҙөлөш дауам итә

Резиденттарҙың яңы урында нисек урынлашыуы тураһында социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙған. Беренсе майҙанда диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары һәм махсус кейемдәр етештереүсе цехтар күтәрелә.

Ике компания ла киңәйергә иҫәп тота. «Фабрика Заспорт» та төҙөлә. Тағы ла 4 резидент әҙерләнә. Әле беренсе майҙанда инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыу буйынса эш бара. Планда административ-эшлекле үҙәк төҙөү тора.

Биләмәлә дүрт майҙан ҡаралған. Улар кластерҙарға бүленгән, атап әйткәндә, еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш материалдары етештереү һәм альтернатив энергетика, химия һәм нефть химияһы. Икенсе һәм дүртенсе майҙандар – проектлау этабында, өсөнсөһөндә экспертиза һөҙөмтәләре көтөлә.

Әлегә «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә 12 резидент бар. Дөйөм инвестиция күләме 25 миллиард ярым һумдан ашыу. Барлығы 1 733 яңы эш урыны асыу планлаштырыла. Тағы ла 8 компания потенциал резиденттар сифатында ҡарала.

Фото №1 - «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә ҙур төҙөлөш дауам итә

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ