Хоҡуҡ һаҡсылары фура водителен үлтереүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алды.
Рәсәй Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 йыл элек Санкт-Петербургта йәшәүсе ир Салауат районында таныш булмаған кешене ултырта. Күмпелер ваҡыттан һуң билдәһеҙ юлсы яһалма ҡорал менән водителдең эсенә ата.
Енәйәт ҡылыусы кабинала аҡса тапмай, шуға ла ике кеҫә телефонын урлап ҡаса. Әүҙем ҡаршылыҡ һәм ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә ҡазаға тарыусы иҫән ҡала.
Ошондай уҡ хәл 2008 йылда Һамар өлкәһендә лә теркәлә. Әммә был юлы фура водителе үлемесле яралана. Оҡшаш биологик эҙҙәр буйынса хоҡуҡ һаҡсылары һөжүмсенең шәхесен асыҡлай. Уның Трёхгорный ҡалаһынан булыуы билдәле.
Илдар Байбулатов




