Уҡытыусылар урынына ҡотҡарыусылар

Баймаҡ ҡалаһының ҡотҡарыу отряды «Орленок» та ял итеүсе 200 бала өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән дәрес уҙғарҙы.

Лагерҙа балалар өсөн тәрбиәүи темаға арналған төрлө күңелле саралар үтә. Уҡыусылар ял итеү менән бергә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үҙләштерәләр. Уларға ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәре менән берлектә үткәрелгән практик-дәрес бигерәк тә ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды.

Йәмле йәйҙә күңелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға һәр саҡ уяу булырға, ҡаушап, юғалып ҡалмаҫҡа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр саҡ иҫтә тоторға кәңәш итте.

Баймаҡ районы буйынса йыл башынан 76 янғын теркәлгән. Уларҙа 3 кеше уттан һәләк була. Күңелһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе – тейешле ҡағиҙәләргә битарафлыҡ, уларҙы теүәл үтәмәү. Лагерҙа хәүефһеҙлек шарттарын тәьмин итеү өсөн бындай сараның ойошторолоуы бик файҙалы.

Фото №1 - Уҡытыусылар урынына ҡотҡарыусылар

Альбина Баййегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ