Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музейын асыу сағыу һәм музыкаль тамашаға әүереләсәк. Әлеге ваҡытта сараның контентын булдырыу, республика сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт программаһы әҙерләү эштәре бара.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Таштар ниндәй сер һаҡлай» балетынан өҙөк күрһәтеп, тамашасыларҙы «Шүлгәнташ «мәмерйәһенә саҡырасаҡ. Тарихи-мәҙәни музей комплексы Рәсәй биләмәһендә иң ҙур ҡая сәнғәте музейы булыуға дәғүә итә.
Уға оҡшаш проекттар әлегә Франция менән Испанияла ғына тормошҡа ашырылған. Музейҙы асыу тантанаһы 9 июлдә үтә. Тура трансляцияны беҙҙең каналда ҡарарға мөмкин була.
Гөлдәриә Йосопова




