Федоровка районының Юлдаш ауылына нигеҙ һалыныуға 200 йыл тулды

Ошо уңайҙан төбәктең боронғо башҡорт ауылында байрам тантанаһы ойошторолдо.

Бынан ике быуат элек нигеҙ һалынған ауылда Ялан Бөрйәне ырыуы вәкилдәре көн итә. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Исхаҡ Зәйни, танылған драматург Хәмит Ирғәлин ошо ауыл вәкилдәре.

Юбилей уңайынан әле баш ҡалала йәшәгән яҡташтары Миңниса Баһуманова менән Әғләм Әлибаев «Юлдашымда ята юл башы» һәм «Юрматы ерендә ике быуат» тип исемләнгән китаптарын ауыл тарихына арнаған. Күркәм тәбиғәт ҡосағында уҙған сарала үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары халыҡҡа бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим итте. Яҡташтар киләсәктә лә туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә килеште.

Фото №1 - Федоровка районының Юлдаш ауылына нигеҙ һалыныуға 200 йыл тулды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ