Башҡортостан делегацияһы Свердловск өлкәһендә уҙған һабантуйҙа ҡатнашты

Уның рәсми составына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм башҡалар инде.

Милли байрамда республика исеменән Мәсетле районы вәкилдәре сығыш яһаны. Уларҙың этноауылы менән Татарстан республикаһы етәксеһе һәм Свердловск өлкәһе губернаторы танышты. Ҡунаҡтар милли аш-һыу менән һыйланды, сағыу концерт номерҙарына тамаша ҡылды. Байрамда ҡатнашыусыларға «Ҡабырсаҡ» фольклор коллективы тарафынан «Киленгә бүләк» йолаһынан өҙөк күрһәтелде.

Фото №1 - Башҡортостан делегацияһы Свердловск өлкәһендә уҙған һабантуйҙа ҡатнашты

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ