Ҡорбан байрамына әҙерлек дауам итә

Мосолмандарҙың иң әһәмиәтле байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйетенә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ул Ураҙа тамамланып, 70 көн үткәндән һуң билдәләнә. Байрам быйыл шәмбегә, йәғни 9 июлгә тура килә. Ошо уңайҙан республикала 9, 10, 11 июль ял көндәре тип иғлан ителде. Ҡорбанға килтереләсәк ваҡ мал крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ниндәй шарттарҙа үҫтерелә? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.

Һарыҡ көтөүенең үҙ режимы. Иртәнсәк саф һауа, төшкөлөккә – арпа менән һоло, кискеһен – быуа эргәһендә ял. Ишембай районының был крәҫтән-фермер хужалығы 2016 йылдан алып ваҡ мал үрсетә башлай. Әле хужалыҡта 1 мең 200 баш һарыҡ аҫрала.

Хужалыҡта белдереүҙәренсә, һарыҡ ите ҙур һорау менән файҙаланыла, бигерәк тә Ҡорбан байрамдарында. Шуға күрә, бында романов һәм совет мереносы тоҡомло ваҡ мал үрсетелә.

Хужалыҡтың мал ҡараусылары ҡорбан ителәсәк һарыҡты бер нисә ҡәғиҙәгә таянып һайларға кәңәш итә. Әгәр ваҡ малдың ҡойроғо һиҙелерлек булһа – ите аҙ буласаҡ. Шулай уҡ ул һау һәм ҡолаҡтары ҡанһыҙ биркалау ысулы менән тишелгән булырға тейеш.

Быйыл бер һарыҡтың уртаса хаҡы – 7 – 9 мең һум тирәһе. Ваҡ малдың йәше 1 йәштән өлкән, ә эре мөгөҙлө мал 2 йәштән олораҡ булырға тейеш.

Республикала Ҡорбан байрамы йылдағыса киң билдәләнәсәк. Изге ғәмәлде башҡарырға теләп, ҡорбан салыу өсөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Өфө эргәһендә ике махсус майҙансыҡ әҙерләй. Улар Черниковкалағы Төньяҡ автовокзал һәм Зинин ауылы эргәһендәге «Ҡарауан» сауҙа комплексы янында урынлашасаҡ.

Фото №1 - Ҡорбан байрамына әҙерлек дауам итә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ