Бөгөн Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәгән тарихи урындар буйлап автосәйәхәт уҙа. “Көҙәй ере” тигән тарихи-мәҙәни сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Көҙәй ырыуы советы менән берлектә ойошторола. Үҙенсәлекле автосәйәхәт Нуриман районынан башланды. Иҫке Күл ауылында стела асылды. Ауыл халҡы әүҙем, йыр-моң, ҡурай тартып ҡаршы алдылар. Иҫке Исай ауыл советы биләмәһе ветерандар советы рәйесе, ауыл тарихын өйрәнеүсе Нәфисә Бәҙретдинова һөйләй.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Яңы Күл ауылында "Көҙәй" башҡорт мәҙәни үҙәгендә булды. "Иҫке Күл көҙәйҙәрҙең тарихи үҙәге һаналһа, Яңы Күлде бөгөнгө мәҙәни үҙәге тиергә була", - ти үҙәк методисы Гөлсирә Бикбаева.
Сираттағы туҡталыш Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында. Артабан сарала ҡатнашыусылар ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһенә юллана. Автосәйәхәт милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ерендә тамамлана.







