Башҡортостанда Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойоштороу тамамлана. Бындай тәҡдим менән хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары сыҡҡайны. Батальон Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ. Хәрби формала Башҡортостан флагы һүрәтләнгән шеврон бар. Яугирҙар квадрокоптер, тепловизор, радиостанция һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. “Шайморатовсылар”ҙың күбеһе быға тиклем төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар.







