Республикала “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатынан ҡалған ҡоролмалар ярҙамында оҫтаханалар асыла. Уларҙың береһе Учалы ҡалаһындағы тау сәнәғәте колледжында “Транспорт һәм логистика” йүнәлеше буйынса эш башланы. Оҫтахана чемпионаттың 70 миллион һумлыҡ ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Колледж директоры Дмитрий Абдрахманов һөйләй.
"Оҫтаханалар студенттар менән дәрес уҙғарыу маҡсатында ғына түгел, “Йәш һөнәрмәндәр” төбәк чемпионаттарын һәм күрһәтеү имтихандарын ойоштороу, һөнәри йүнәлеш биреү сараларын үткәреү өсөн дә файҙаланыласаҡ", - ти Дмитрий Абдрахманов.
Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты 2021 йылда уҙҙы.




