Радий Хәбиров Шайморатов исемендәге ирекле батальонға уңыштар теләне. Бөгөн Шишмә районында “Патриот” паркында хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан егеттәре Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Республика Башлығы Рәсәй Геройы Миңлегәли Шайморатов исемендәге батальонға әләм тапшырҙы һәм еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтырға теләне. Егеттәр һынатмаҫҡа һәм Ватанға тоғролоҡҡа һүҙ бирҙе.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмалары хәрби отряд булдырыу башланғысы менән сыҡты. Хәрби-диңгеҙ флоты спецназы һәм хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов һөйләй.
Ирекле батальон башта бер ай дауамында Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үтә, һуңынан тәғәйен урынға ҡуҙғала.







