Башҡортостанда бөгөндән 1-се класҡа яҙылыу буйынса икенсе этап башлана

Башҡортостанда бөгөндән 1-се класҡа яҙылыу буйынса икенсе этап башлана. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша документ ҡалдырырға була. Атай һәм әсәйҙәр  теләгән мәктәпкә ғариза яҙып ебәрә ала. Документтар 5 сентябргәсә ҡабул ителә. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина мәктәпкә ҡабул итеү шарттары менән таныштыра.

Башҡортостанда бөгөндән 1-се класҡа яҙылыу буйынса икенсе этап башлана

Яңы уҡыу йылында 1-се класҡа урындар тураһында мәғлүмәт һәр мәктәптең рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда 59 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.

Фото №1 - Башҡортостанда бөгөндән 1-се класҡа яҙылыу буйынса икенсе этап башлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ