Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе Волга буйы агросәнәғәт кластерын булдырыу буйынса килешеү төҙөнө. Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында документҡа ҡул ҡуйылды. Агрокластер ике төбәк өсөн яңы мөмкинлектәр аса: тармаҡҡа инвестиция йәлеп итергә, импортҡа алмаш булдырырға булышлыҡ итә. Кластер аҙыҡ-түлек етештереүсе, эшкәртеүсе һәм һатыусыны берләштерә. Тауар сифатына иғтибар ҙа арта.




