Өфө ишеү слаломы комплексы төҙөлөшөндә эш ҡайнай. Спорт объекты Йылы күле янында урынлашҡан. Бында 250 метр оҙонлоҡта канал, бассейн төҙөлә. Ишеү слаломы комплексы йыл дауамында эшләй аласаҡ. Йылытыу электр үҙәге янында урынлашҡан күл ҡышын да туңмай. Шуға төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ойошторорға мөмкинлек була. Үҙенсәлекле спорт объекты Өфөнөң 450 йыллығына юбилейлы объекттар исемлегенә индерелгән.




