Бөгөн Республика Хәрби Дан музейында “Башҡортостан ыласыны” тип аталған күргәҙмә асылды. Ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған. “Күргәҙмәлә осоусы тураһында биографик мәғлүмәт, фотоһүрәттәр һәм шәхси әйберҙәр күрергә мөмкин”- ти Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Филүзә Әхмәтова.







