Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә юлланды

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон бөгөн Шишмә районы Алкин ауылында урынлашҡан «Патриот» паркынан хәрби бурысын үтәргә юлланды. Алыҫ юлға сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы оҙатырға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, дин әһелдәре, ветерандар советы рәйестәре, егеттәрҙең туғандары, яҡындары килде. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был егеттәрҙе ысын мәғәнәһендә Шайморатов вариҫтары тип әйтергә мөмкин. Хәҙер батальондың легендар командир төшөрөлгән үҙ хәрби байрағы ла бар. Ул иңдәргә яуаплылыҡ өҫтәй, еңеүгә өндәй.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойоштороуҙы хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары тәҡдим итә. Башланғыс Рәсәй оборона министрлығы тарафынан да хуплау таба. Составты формалаштырыуға ике ай тирәһе ваҡыт китә. Егеттәр хәрби форма һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән.

Оборона министрлығы тарафынан ҡаралған түләүҙәрҙән тыш, Шайморатовсыларға Башҡортостан бюджетынан өҫтәмә финанслау ҡаралған. Контракт төҙөгәндән һуң 200 мең һум аҡса күсерелә, көндәлек хеҙмәт өсөн 2 мең һум түләнә. Донбасс менән Башҡортостанды дуҫлыҡ ептәре бәйләй, улар һеҙҙең ярҙамға мохтаж, тине Радий Хәбиров.

Батальон Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән яҡташтарыбыҙҙы берләштерә. Төп состав – 30-ҙан 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, ваҡытында әрме сафында хеҙмәт иткән, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған, тормош тәжрибәһе туплаған уҙамандар. Шайморатов батальонына һәр береһе күңел һәм йөрәк ҡушыуы буйынса килгән.

Башҡортостан егеттәрен бер сафҡа йыйыу бөгөн генә түгел. 80 йыл элек Өфөнөң Совет майҙанынан 112-се кавалерия дивизияһы фронтҡа юллана. Хәрби бурысты хәҙер ҡаһарман яугирҙарҙың вариҫтары дауам итә.

Республика башлығы яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләп, ошо плацта яңынан осрашыуҙы теләне. Ғаиләләрегеҙ өсөн борсолмағыҙ, улар хаҡында хәстәрлек күрербеҙ, тине Радий Хәбиров.

Туғандар, яҡындар менән хушлашыуға 10 минут. Һәр береһенең теләге бер – тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға. Юл буйында ла автобустарҙы плакаттар, байраҡтар менән халыҡ оҙатып ҡала. Батальон Ырымбур өлкәһенә юллана, хәрби часта бер ай тирәһе күнекмәләр үтергә һәм хеҙмәт урынына.

Тарих ҡабатлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһын оҙатҡан ерлектән бөгөн легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон юлға сыға. Уның составында республиканың төрлө ҡала-райондарынан егеттәр бар. Махсус операцияла ҡатнашырға теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып, Башҡортостанда яҡын көндәрҙә тағы ла бер батальон ойошторола.

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә юлланды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ