Шаран районында Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориал асылды

Һәйкәлдә Чечен Республикаһында контртеррористик операциялар барышында ғүмерҙәре өҙөлгән биш ир-егеттең исемдәре мәңгеләштерелде. Улар – Юрий Әбдрәев, Ульян Мөхәмәтйәнов, Динар Хәйруллин, Эдуард Мыгыт һәм Александр Гордеевтар. Мемориал 2000-се йылдар башында Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәр ветерандары тәҡдиме һәм көсө менән сафҡа ингән.

2000 йылда милицияла эшләгәндә мин өс ай чечен республикаһында командировкала булдым. Егеттәр менән һөйләшеп ошо мемориалды эшләтергә булдыҡ. Һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк.

Фидан Ғайсин, Чечен республикаһында террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы

Шаран районынан быуат башындағы контртеррористик операцияла 172 кеше ҡатнашҡан. Һәйкәл асыу тантанаһында 33 ветеран икенсе дәрәжә «Кавказда хеҙмәт иткән өсөн» хәрби билдәһе менән бүләкләнде. Киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйған мәлдә ғүмерҙәре өҙөлгән 20 йәшлек егеттәрҙе лә Шаран ере онотмай. Тантанала ҡатнашыусылар мәрхүмдәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, һәйкәлдәр тереләр өсөн тип ҡабатланы.

Улымдың үлем хәбәре килгәс, бик ауыр булды. Бөгөн беҙ уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә бик шатбыҙ. Һәйкәлде төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Ҡалғандар иҫән булһын.

Миңәйбикә Әбдрәева, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операцияла һәләк булған Юрий Әбдрәевтың әсәһе

Беҙҙең улыбыҙ ҙа 2000-се йылдар башында Чечен Республикаһында хеҙмәт итте. Ул «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Ҡыҙғанысҡа, армиянан иҫән ҡайтһа ла, аварияла һәләк булды. Беҙ уны онотмайбыҙ. Донъялар имен торһон, тип теләйбеҙ.

Нәсимә һәм Таһир Саяповтар
Фото №1 - Шаран районында Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориал асылды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ