Өфөлә Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусылар менән осрашыу уҙҙы

Әңгәмә рәсми булмаған шарттарҙа ойошторолдо. Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин сығарылыш уҡыусыларының киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, үҫмерҙәргә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Абитуриенттарҙың күптәре төбәк юғары уҡыу йорттарында белем алырға ниәтләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, имтихандарҙы юғары баһаға тапшырып, республикала уҡыуын дауам итеүселәр өсөн бер тапҡыр түләнә торған 150 меңлек премия ҡаралған. Был туралағы указға республика башлығы былтыр ҡул ҡуйғайны. Өфөлә имтихандарҙы 100 балға тапшырған 31 үҫмер иҫәпләнә, уларҙың береһе ике предметты иң юғары баһаға яҙған. Башлыса рус теле, математика, химия һәм информатика фәндәре буйынса максималь күрһәткестәр теркәлгән.

Мин 4 фән буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙым. Химиянан 100 балл йыйҙым. Йыл буйы үҙемде психологик яҡтан да әҙерләнем. Уҡыуымды медицина йүнәлеше буйынса дауам итергә уйлайым. Ҡыҙыл аттестат менән ГТО буйынса алтын миҙал миңә өҫтәмә балдар бирҙе.

Анна Антонова, Өфөнөң М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһын тамамлаусы
Фото №1 - Өфөлә Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусылар менән осрашыу уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ