Стәрлебаш районында бөгөн бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Объекттар төбәктең Һарайҫа һәм Йәшергән ауылдарында йәшәүселәр мөрәжәғәте буйынса сафҡа ингән. Заманса медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландырылған учреждениеларҙа пациенттың сәләмәтлеген тикшереп, Өфө табиптарынан консультация алырға ла мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын ауылдаштар ҙур байрам булараҡ ҡабул итте. Шуға ла сараға халыҡ кемуҙарҙан ағылды. Урындағы фольклор коллективтары килгән ҡунаҡтар алдында бай мәҙәни программа менән сығыш яһаны. Унан һуң рәсми өлөштә медицина учреждениеһын булдырыуҙа үҙ өлөшөн индереүселәр тәбрикләнде.

Ғөмүмән, төҙөлөштә тотош ауыл халҡы ҡатнашты тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Эргә-тирәне тәртипкә килтереүҙә лә Һарайҫалыларҙың өлөшө бик ҙур. Улар һаулыҡ һағында торған фельдшерға рәхмәтле.

Зәриә Иҫәнғужина һаулыҡ һаҡлау тармағында 35 йыл. Тәүҙә хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһында башлап, унан һуң фельдшер булып тыуған яғына ҡайта. Бөгөн бер урында бер өҙлөкһөҙ ауылдаштарының сәләмәтлеген һаҡлай. Тотошлай яңы медицина ҡоралдары менән файҙаланыуға тапшырылған учреждение был мөмкинлекте тағы ла өсләтә арттыра.

Яңы бина туйлауҙан Зәриә Иҫәнғужинаның хеҙмәттәштәре лә ситтә ҡалманы. Һәр ҡайһыһы Стәрлебаш районы ауылдарының фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләй. Уларҙың да хеҙмәт стажы 4 тиҫтә йыллап иҫәпләнә. Әлегә урындағы медицина учреждениеларын яңыртыу мәсьәләһе күтәрелмәй. Әйткәндәй, Һарайҫа менән бер көндә төбәктең Йәшергән ауылында ла өр-яңынан фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

Фото №1 - Стәрлебаш районында бөгөн бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ