Был турала төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡан. Уның белдереүенсә, республикала Рәсәйҙә берҙән-бер палеолит дәүерендәге ҡая сәнғәте музейын булдырыуға күп көс һалынды. Был шәмбе музей комплексын асыу менән бергә, Бөрйән районында Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр көнөнә лә старт бирелә.
«Ошо сәбәпле, 9 июлдә музей менән мәмерйә туристар өсөн ябыҡ була, әммә башҡа көндәрҙә улар халыҡҡа асыҡ, бында күрер нәмә күп. Был ялда Шүлгәнташҡа килергә йыйыныусыларҙан ғәфү үтенәм», – тип белдергән республика башлығы.
Гөлдәриә Йосопова




