Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә юлланды. Шишмә районында “Патриот” паркында башҡорт батальонының беренсе составын оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан егеттәре Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ. Ирекле батальон башта бер ай Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үтә, һуңынан тәғәйен урынға ҡуҙғала. Составты формалаштырыуға ике ай тирәһе ваҡыт китә. "Егеттәр хәрби форма һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән", - ти Хәрби-диңгеҙ флоты спецназы һәм хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов.
Башҡортостан егеттәрен бер сафҡа йыйыу быға тиклем дә булған. 80 йыл элек Өфөнөң Совет майҙанынан 112-се кавалерия дивизияһы фронтҡа юллана. "Хәрби бурысты хәҙер ҡаһарман яугирҙарҙың вариҫтары дауам итә", - тине Республика Ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов.
Махсус операцияла ҡатнашырға теләүселәрҙең сафы тулылана бара. Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда тағы бер башҡорт батальоны ойошторолор тип көтөлә. Ул десантсы, гвардия майоры Александр Доставалов исемен йөрөтәсәк.







