Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы инвесторҙар менән эшләү буйынса тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы инвесторҙар менән эшләү буйынса тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны. Корпорация әле 121 инвестиция проекты буйынса эш алып бара. Уҙған йылдың ошо осорона ҡарат ул бер ярым тапҡырға артҡан. Команда ”Берҙәм тәҙрә” формаһында инвесторҙарҙы консультациялай, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итә, майҙан һайлауҙа ярҙам итә, башҡа хеҙмәттәр күрһәтә. Системалы эш һөҙөмтәһендә әле 24 проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән. 17 инвестиция проекты буйынса финанс модель һәм бизнес-план әҙерләнгән.

Фото №1 - Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы инвесторҙар менән эшләү буйынса тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ