Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән косметика менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән косметика менән таныштырҙы. Республика Башлығы социаль селтәрҙә Благовещен ҡалаһында эшләгән компания тураһында яҙа. Бында шампунь, душ өсөн гель, ванна өсөн тоҙ һәм башҡалар сығарыла. Ойошмала 60 кеше эшләй. Биҙәнеү әйберҙәре Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Беларустә һатыла. Радий Хәбиров яҙыуынса, республикала эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыла. Бөтә район һәм ҡалаларҙа бизнес-шерифтар бар. Благовещен компанияһы вәкилдәре былтыр район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында проектын тәҡдим иткән. Һуңынан ойошма йылдам социаль-иҡтисида үҫеш биләмәһе резиденты статусын алған. 

Фото №1 - Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән косметика менән таныштырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ