Башҡортостан нефть-газ компаниялары Аргентина баҙарына сығырға әҙер. Рәсәй Президенты ҡарамағында республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле –вице-премьер Сергей Греков Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Аргентинала Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Виталий Кондратенко менән һөйләшеүҙә нефть һәм газ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан компаниялары алдынғы алымдарҙы ҡулланып океан аръяғында эшләргә ниәтләй. Бынан тыш, Иран һәм Әзербайжан вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар уҙҙы. Унда коммерция һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.




