Бөгөн Иглин районында ике «Скания» автомобиле бәрелешкән

Салауатта «Форд Фокус» автомобиле «Ашығыс ярҙам» машинаһы менән бәрелешкән. Авария бөгөн көндөҙ ҡаланың Өфө һәм Дзержинский урамдары киҫелешендә теркәлгән. Ашығыс ярҙам хеҙмәте машинаһы иҫкәртеүсе яҡтылыҡ сигналы менән китеп барған булған. Юл ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водителгә һәм ике фельшерға медицина ярҙамы талап ителгән. Әле ваҡиға урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Бөгөн М-5 «Урал» трассаһының Иглин районы участкаһында ла ике «Скания» автомобиле бәрелешкән. Уларҙың береһе яғыулыҡ ташыусы йөк машинаһы. Авария һөҙөмтәһендә водителдәрҙең береһе кабинала ҡыҫылып ҡалған. 1970 йылғы ирҙе сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар махсус ҡоролма ҡулланған. Ул дауанаға оҙатылған.

Ишембайҙа бәлиғ булмаған бала мопед менән аварияға тарыған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 15 йәшлек үҫмер Бульвар һәм Блюхер урамдары киҫелешен светофорҙың ҡыҙыл утына үтергә маташҡан. Ошо ваҡытта ул «Лада Веста» менән бәрелешә. Юл ҡағиҙәһен боҙоусы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған. Тикшереү барышында уҡыусының водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған.

Фото №1 - Бөгөн Иглин районында ике «Скания» автомобиле бәрелешкән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ