Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙағы 232 подъезды комплекслы ремонтлау тамамланған

Йыл аҙағына тиклем тағы ла 664 подъезды төҙөкләндереү ҡарала. Ошо маҡсатта республика һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһынан 493 миллион һум аҡса бүленгән. Эш барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфө шоссеһында йәшәгән Зәлифә Әхмәрова подъездағы матурлыҡҡа ҡыуанып бөтә алмай. Йылдар дауамында стеналары уйылып, буяуы ҡойолоп, почта йәшниктәре емерелеп торған йортто хәҙер танырлыҡ та түгел. Подъезд төҙөк, бөхтә, күркәм. Төҫтәрҙе, материалдарҙы хужалар үҙҙәре һайлаған.

Күрше ике йортта иһә ремонт эштәре тамамланыу алдында, бында иҙәнгә плитәләр һалыу, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу, буяу-биҙәү эштәре бара. Йәғни, подъездар бөтөнләй яңы төҫ ала. Мәҫәлән, 9 ҡатлы ошо йортта йәшәүселәр стеналарҙы ҡуйы һары төҫкә буярға, иҙәнгә ҡара плитә йәйергә ҡарар иткән. Беҙ ҡалыплашыуға ҡаршыбыҙ, былай заманса, зауыҡлы, ти улар.

Подрядсы ойошма билдәләүенсә, халыҡ ыңғай ҡарашта. Эш барышын күҙәтеп, тәҡдимдәрен еткереп тора. Әҙер объектты йорт буйынса идарасылар менән фатир хужалары ҡабул итеп ала.

Йортта йәшәүселәр егеттәрҙең сифатлы итеп, тырышып эшләгәнен күреп йөрөй. Шуға күрә беҙгә мөнәсәбәт тә бик яҡшы. Һуңынан провайдерҙар линиялар һуҙып, ремонтты юҡҡа сығармаһын өсөн улар менән бергә эшләйбеҙ, тәүҙә улар кабель һала, шунан ғына стеналарҙы тигеҙләйбеҙ.

Баграт Арутюнян, төҙөлөш ойошмаһы директоры

Әле республиканың төрлө төбәктәрендә 232 подъезд ремонтланып файҙаланыуға тапшырылған. Тағы ла 438-дә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Финанслау республика һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһынан бүленә.

Подъездарҙы капиталь төҙөкләндереүгә аҡса бюджеттан бүленә. Контроль көслө. Һәр этап тамамланыу менән эш сифаты тикшерелә, ҡабул итеп алына. Иң мөһиме: йортта йәшәүселәрҙең ҡәнәғәт ҡалыуы. Подрядсы ойошма башҡарылған эшкә 5 йыллыҡ гарантия бирә.

Олег Койда, Капиталь ремонт фондының мәғлүмәт бүлеге етәксеһе

Башҡортостан ихаталары һәм подъездарҙы төҙөкләндереү республикала һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған иң күләмле программаларҙың береһе. Уның маҡсаты булып халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыу, йәшәү сифатын яҡшыртыу тора.

Башҡортостанда быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлауға 493 миллион һум аҡса бүленгән, төҙөкләндереү эштәре 304 күп ҡатлы йорттағы меңгә яҡын подъезда алып барыла. Бар эш фатир хужаларының теләк тәҡдимдәренә нигеҙләнеп башҡарыла.

Фото №1 - Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙағы 232 подъезды комплекслы ремонтлау тамамланған
Башбат

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ