Косметика һәм көнкүреш химияһы үҙебеҙҙә етештерелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә импортты алмаштырған продукциялар менән таныштырҙы.

«Сағыу төргәктәге тәрбиәләү саралары, шампундәр, душ өсөн гелдәр, ванналар өсөн тоҙҙар һәм башҡалар Благовещендағы «Фабрик Продакшн» компанияһында сыға. Предприятие үҙ проектын былтыр урындағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тәүге тапҡыр тәҡдим иткәйне. Улар етештереү майҙансығын һайлауҙа һәм документ йыйыуҙа ярҙам һораны.

Ике айҙан һуң предприятие «Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инде. Әле бында 60-тан ашыу кеше эшләй. Косметик продукция һәм көнкүреш химияһы Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла һатыла. Быйыл майҙа компания вәкилдәре төбәктең бизнес-миссияһы составында Үзбәкстанға барҙы, улар яңы баҙарҙар өйрәнә», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Косметика һәм көнкүреш химияһы үҙебеҙҙә етештерелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ