Был туралағы ҡануни үҙгәрештәр июлдә ғәмәлгә инә.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, һалым льготаһына хоҡуҡ йыл дауамында арендаторҙарға ҡуртым хаҡын арттырмаған, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, кәмендә 90 процент хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап ҡалған һәм 2022 йылда һалым базалары уларҙың кадастр хаҡы булып иҫәпләнгән сауҙа үҙәктәренә бирелә. Законда шулай уҡ ауыл ерендә урынлашҡан ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм союздарына ла күсемһеҙ милеккә һалымды кәметеү ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова




