Башҡортостан «Бөтә ил балалары» Бөтә Рәсәй ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Юғары маҡсаттар менән. «Бөтә ил балалары» Бөтә Рәсәй ойошмаһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлек сиктәрендә етем һәм ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм балалар менән эшләү, уларҙы тормошҡа әҙерләү буйынса эш планы төҙөлгән. Шулай уҡ 18 йәше тулып, Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенән сыҡҡан малай-ҡыҙҙарға төрлө яҡлап ярҙам итеү ҡаралған.

«Бөтә ил балалары» ойошмаһы ошондай уҡ килешеүҙәрҙе Рәсәйҙең 25 төбәгендә төҙөгән, уларҙың араһында беҙҙең республиканың булыуы юҡҡа түгел. Яҡын арала Башҡортостанда «Балалар йортон тамамлаусылар берләшмә»һенең төбәк бүлексәһен булдырыу күҙаллана.

Иң ҙур мәсьәлә булып етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү генә түгел, уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыу һорауы ла тора. Һуңғы арала постинтернат тураһында күп һөйләйҙәр, ләкин етем ҡалғандарҙы өлкәнәйгәс түгел, ә балалар йортонда уҡ профориентация сараларын үткәреп, ҙур тормошҡа әҙерләр кәрәк.

Альберт Сарбалаев, «Бөтә ил балалары» балалар йортон тамамлаусылар союзы Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының юғары координация үҙәге рәйесе

Республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 11 мең 476 бала иҫәпләнә. Уларҙың 10 мең ярымы ғаиләләрҙә, 700-ҙән ашыуы махсус ойошмаларҙа тәрбиәләнә. 217 малай-ҡыҙ һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында уҡый. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар 2019 йылға ҡарағанда 10 процентҡа кәмегән. Былтыр Башҡортостанда етемдәргә 23 йәшкә тиклем Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәшәүен дауам итеү хоҡуғы бирелде. Был мөмкинлек менән әлеге көнгә 39 кеше файҙаланған.

2020 йылдан алып Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре беҙҙең ҡарамаҡта. Ә инде «Бөтә ил балалары» ойошмаһы менән хәҙмәттәшлек күп мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән ҡануниәткә ҡағылған һорауҙарҙы ла хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Фото №1 - Башҡортостан «Бөтә ил балалары» Бөтә Рәсәй ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ