Йәштәр өсөн яңы грант. Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды йәштәр сәйәсәте өлкәһендә грант конкурсы үткәрәсәк. Унда коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша ала.
Башҡортостанда барлығы 5 меңдән ашыу коммерция булмаған ойошма иҫәпләнә, уларҙың 20-һе төбәк кимәлендә иң әүҙеме тип һанала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йәштәр сәйәсәтенә булышлыҡ итеү өсөн яңы грант конкурсы булдырыла. Унда ҡатнашыу, проект яҙыу һәм конкурс үҙенсәлектәре менән «Йәшлек хаус» йәштәр йортонда үткән осрашыуҙа таныштырҙылар.
Йәштәр сәйәсәтенә булышлыҡ итеү маҡсатында 20 миллион һум аҡса бүленгән, конкурс сиктәрендә һәр ойошма ике миллион һумға тиклем грант ота ала. 11 июлдә ғаризаларҙы ҡабул итеүгә старт биреләсәк.
Әлфинә Килдейәрова







