Быйыл юғары уҡыу йортон 4800 кеше тамамлаған, уларҙың 800-ө ҡыҙыл дипломға... Күп профилле юғары уҡыу йорто нефть, газ, химия өлкәһендә, АЙТИ һәм башҡа компаниялар өсөн белгестәр, төҙөүселәр әҙерләй.
2021 йылда университет «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһына инеп, 100 миллион һумлыҡ грант отҡан. Әлеге ваҡытта уҡыу йортонда ҡабул итеү кампанияһы бара. Абитуриенттар 10 йүнәлеш буйынса документтарын тапшыра ала. Улар өсөн бакалавриат һәм магистратура программалары буйынса 3500-нән ашыу бюджет урыны әҙерләнгән. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уҡырға инергә теләүселәрҙән ғаризалар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




