Иглин районында йылдағыса Иван Купала байрамы ойошторолдо. Ҡатнашыусылар төрлө уйындар уҙғарып, йолаларҙы теүәл үтәргә тырышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Гөлләмә йөҙөп китә икән, тимәк, тиҙҙән ҡыҙ кейәүгә сыға. Батһа, насарға юрайҙар. Иглин районында Ивана Купала байрамын уҙғарыу йолаға әйләнгән. Был ерлектә ул тәүге тапҡыр 90-сы йылдарҙа үткәрелә башлай. Байрам тарихы иһә мәжүсилеккә барып тоташа. Усаҡ аша һикереү, һыу инеү һәм башҡа йолаларға нигеҙләнгән сара йәйгеһен көн менән төн тигеҙләшкәндән һуң үткәрелә. Ул Ҡояшҡа табыныу менән бәйле.
Байрамды рәсми асыу тантанаһынан алда ҡунаҡтар күн, ағас һәм һаламдан эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты. Сарала ҡатнашыусылар өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләне. Шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләү, мунса миндеген бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Төрлө үҫемлектәрҙән венок эшләү - һәр саҡ байрам биҙәгенә әйләнә.
Иң ҡыйыуҙар ҡыҙыу ут ялҡыны аша һикерҙе, һуңынан күңел таҙарынып ҡала тигән инаныу бар. «Уйна, гармун» конкурсы Иглин районының виртуоз гармунсыларын йыйҙы. Улар моң бәйгеһендә көс һынашты. Төп сәхнәлә райондың ижади коллективтары һәм Силәбе өлкәһенән саҡырылған ҡунаҡтар сағыу концерт программаһын күрһәтте.
Байрам майҙаны күгендә парашютистар Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән осоп үтте. Иван Купала көнө усаҡ эргәһендә хоровод бейеү менән тамаланды.
Әлфинә Килдейәрова







