«Салауат Юлаев» клубы Родион Әмиров менән берлектә изгелек акцияһы үткәрҙе

«Йәшел йөрәктәр көнө» тип аталған сара Катя Аксёноваға ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Өс йәшлек ҡыҙға ай һайын ҡанын яңыртыу талап ителә. Ошо уңайҙан «Өфө-Арена» боҙ һарайы эргәһендә ҡан тапшырыу станцияһы эшләне.

Аҡ халатлылар тәүҙә 60 кешене ҡабул итергә ҡарарға итә. Әммә изгелек акцияһында ҡатнашырға теләүселәр ике тапҡырға күберәк булып сыға. Улар араһында Родион Әмировтың атаһы ла була. Ҡан тапшырғандан һуң йәш юлаевсы автограф-сессия уҙғарҙы. Үҙе лә ауыр сир менән көрәшкән Родион әйтеүенсә, акция ярҙамында хәҙер башҡа ғүмерҙәрҙе лә ҡотҡарырға мөмкин.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубы Родион Әмиров менән берлектә изгелек акцияһы үткәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ