Башҡортостан Хөкүмәтендә Иглин районының социаль-иҡтисади үҫеше ҡаралды. Ултырышты вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова үткәрҙе. Иглин районы Өфө янында урынлашҡан. Шуға ул стратегик әһәмиәткә эйә. Районда ҙур күләмдә торлаҡ йорттар һәм таҙартыу ҡоролмалары төҙөү, юл ремонтлау һәм асфальт түшәү талап ителә. Мөһим эштәр 2024 йылғаса иҫәпләнгән программаға ярашлы үтәлергә тейеш.







