Башҡортостан парламенты янғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға льготаны оҙайтты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай лепутаттары капиталь ремонтҡа бәйле законға үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, күп ҡатлы йортта йәшәгән 70 йәштән өлкәндәргә капиталь ремонт өсөн 50 процент ташлама яһала, 80 йәштән ололар түләүҙән тулыһынса бушатыла. Льгота 2024 йылға тиклем ғәмәлдә.







