Илештә бөгөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Легендар осоусының һыны Үргә Йәркәй ауылында ҡуйылды. 9 июлдә Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула. Район хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина һөйләй.







