Герман Травников исемендәге Ҡурған художество музейында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Василий Лесин иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. «Василий Лесин: ерҙәге һәм күктәге фәрештәләр» тип исемләнгән күргәҙмәлә акварель оҫтаһының 50-ләп әҫәре ҡуйылған.
Уҙған быуаттың һуңғы ун йыллыҡтары һәм 2000-се йылдар башында ижад ителгән картиналар Ҡурғанға рәссамдың шәхси коллекцияһынан килтерелгән. Күргәҙмәгә шулай уҡ Василий Лесиндың Ҡурған художество музейында һаҡланған әҫәрҙәре лә ҡуйылған.
Үҙе иҫән сағында Василий Лесин менән Ҡурған акварель сәнғәте һөйөүселәрен тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләгән. Яҡташыбыҙҙың күргәҙмәһе йәй аҙағына тиклем эшләй.
Гөлдәриә Йосопова




