Мәртәбәле награда Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты форумында тапшырылды.
Республикала йыһазландырылған пляждар һаны арта. Башланғыс һыу объекттарында бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында булдырыла. Мәсьәлә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты форумында ҡаралды.
Быйыл һыу инеү миҙгеле һуңыраҡ башланыу сәбәпле, һыуҙа һәләк булыусылар һаны, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 4 тапҡырға кәмегән. Әлеге ваҡытта һыу объекттарында 12 кеше батып үлгән, уларҙың икәүһе – балалар. Күберәк бәхетһеҙ осраҡтар йыһазландырылмаған һыу инеү урындарында теркәлгән.
Форум аҙағында төбәк һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе ведомстволар вәкилдәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең почетлы грамоталары тапшырылды. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Рәзилә Ғиниәтуллина







