Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Республика халҡын изге байрам менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ҡотланы.
Ҡорбан ғәйете уңайынан республиканың барлыҡ мәсеттәрендә бөгөн байрам вәғәҙдәре уҡыла. Шаранда ла диндарҙар мәсеткә йыйылды, ҡорбан салды. Район иман-хатибы Мансаф хәҙрәт Садыҡов һөйләй.







